Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Хәйбулла районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының юбилейын билдәләнеләр

Сәйәсәт

Аҡъяр ауылының мәҙәниәт йортонда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Форумда Хәйбулла районының мәктәп уҡыусылары, тарих уҡытыусылары, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы һәм 110-сы һөнәри училище студенттары, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашты.

Конференцияла ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу тарихы тураһындағы докладтар менән сығыш яһаны. Райондың тарих-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Рәзилә Байғусҡарова «Хәйбуллалар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында» темаһына тикшеренеү тәҡдим итте. Мәмбәт, Әбүбәкер, Маҡан һәм Уфимский ауылы уҡыусылары һәм уҡытыусылары яҡташ кавалеристар тураһында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть