8 декабрь, Кесе йома

26 декабрь 2011 йыл, 14:38

Рөстәм Ишмөхәмәтов: «Сәйәси партиялар араһында конкуренция артасаҡ»

автор: «Башинформ»

Буласаҡ һайлау алдынан сәйәси партиялар араһында конкуренция артырға тейеш, тип иҫәпләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.

— «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе өсөн сәйәси системаны артабан үҙгәртеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора, — тип билдәләне Рөстәм Ишмөхәмәтов, Президент Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий биреп. – Был партиялар эшмәкәрлегенең тағы ла асығыраҡ булыуы хаҡында һөйләй. Мартта буласаҡ ил башлығын һайлау, республиканың ҡала округтары һәм райондары Советтары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау тағы ла асығыраҡ булыр, тип уйлайым. Сәйәси партиялар өсөн теркәлеү йәһәтенән эште еңеләйтеү, ҡултамғалар йыйыуҙы кәметеү – был яңылыҡтар граждандар йәмғиәтен төҙөүҙә яңы этапҡа булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был беҙгә тағы ла яҡшыраҡ эшләр өсөн этәргес көс буласаҡ, сөнки Президенттың мөрәжәғәте сәйәси партиялар араһында конкуренцияның артыуына килтерә. Әлеге партия конференцияһында беҙ бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа еңеүгә өлгәшеү маҡсатын ҡуйҙыҡ.