10 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 13:46

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһы кәңәшмәһендә сығыш яһаны

автор: Евгений Рәхимҡолов

23 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе кәңәшмәһендә ҡатнашты. Үҙенең сығышында төбәк башлығы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне. Тәү сиратта халыҡтың власть партияһына Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау барышында күрһәткән ышанысын аҡларға кәрәк, тине ул.

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан буйынса 70 процент тауыш йыйыуын иҫкә төшөрҙө. Партияның төбәк бүлексәһенән Дәүләт Думаһына 12 депутат үтте. Уларҙан икәүһе, Павел Крашенинников менән Александр Дегтярев, Дума комитетын етәкләне. Республиканан берҙәм рәсәйлеләр һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт булырға тейеш кеүек. Әммә, Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, тынысланырға әле иртәрәк.

— Әгәр беҙ алдағы арала реаль һөҙөмтәләр күрһәтмәһәк, граждандарҙың ышанысы мәңге дауам итмәйәсәк, — тине ул. – Беҙҙең 70 процент – ул кредит ҡына, беҙ уны халыҡҡа кире ҡайтарасаҡбыҙ.

Республика Президенты фекеренсә, тарихтың әлеге осоро ябай түгел. Һәм эш бында һайлауҙан һуң илдең ҡалаларында үткән митингыларҙа ғына түгел. Рәсәйҙәге сәйәси хәл үҙгәргән. Йәмғиәт тә башҡаса. Ҡайһы бер төбәктәрҙә «Берҙәм Рәсәй»гә һәм Дәүләт Думаһына ҡарата нигеҙле дәғүәләр бар. Әгәр власть партияһы вәкилдәре быны аңлап, эш тәртибен үҙгәртмәһә, был еңеүҙең һуңғыһы булыу ихтимал.

Халыҡты иҡтисад үҫеше, торлаҡ, эш хаҡы, эшһеҙлек мәсьәләләре борсой, тип билдәләне Президент. Әлбиттә, күп эштәр башҡарылды, билдәле һөҙөмтәләр ҙә бар. Әммә был ғына етмәй, тип иҫәпләй төбәк башлығы. Тормош башҡаса динамика талап итә.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, яңы мәғлүмәт технологиялары бындай йылдамлыҡты булдырыусы сараларҙың береһе булып тора. Интернет үҫешә. Халыҡ унда иркен аралаша, үҙенең идеяларын үҫтерә, рәсми рәүештә теркәлмәгән берләшмәләр булдыра. Бындай виртуаль майҙансыҡтарҙа яңы идеологиялы яңы лидерҙар тыуа. Улар башҡа ил вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлаша. Йәмғиәттә фекерле һәм битараф булмаған, власть структуралары эшмәкәрлеген иғтибар менән күҙәтеп барған, уларҙың хаталарын тапҡан кешеләр күбәйә. Власты тәнҡитләргә ярамай, тигән фекерҙән халыҡ яйлап ҡына арына. Һәм был бөтә донъяға хас күренеш.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең һуңғы бер нисә йыл эсендә илдең сәйәси киңлегендә хакимлыҡ итеүе партияның халыҡтың реаль проблемаларынан алыҫлаша барыуына килтерҙе.

— «Берҙәм Рәсәй» бренды күпселек йәһәттән үҙенең күркәмлелеген юғалтты, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты.

Бында, уның фекеренсә, тәү сиратта берҙәм рәсәйлеләр үҙҙәре ғәйепле. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренең вазифалы кешеләр һәм олигархтар ыңғайында ғына булыуы халыҡтың партияға ҡарата бындай мөнәсәбәтенә килтерҙе. Һөҙөмтәлә Өфөлә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау барышында ҡайһы бер һайлау участкаларында «Берҙәм Рәсәй», КПРФ вәкилдәренән артта ҡалып, тауыштарҙың 30 процентын да йыймаған.

Дәүләт Дмаһына депутаттар һайлау барышында, Президент фекеренсә, республикала власть партияһын ауыл халҡы ҡотҡарған. Бында яҡшы уңыш алыу, ауыл халҡына ваҡытында ярҙам итеү булышлыҡ иткән. Ҡала халҡы иһә идара итеүсе партияға йышыраҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарай.

Рөстәм Хәмитов партияның төбәк бүлексәһе составына ла туҡталып үтте. Республика буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙә 83 мең ағза иҫәпләнә. Президент иҫәпләүенсә, был халыҡта яңылыш фекер уятырға тейеш түгел. Уларҙың күптәре партия сафында тик формаль рәүештә генә иҫәпләнә. Икенсе яҡтан, «Берҙәм Рәсәй» партияһына аңлы рәүештә килгән кешеләр ҙә аҙ түгел. Улар илгә файҙа килтерергә теләй. Һәм берҙәм рәсәйлеләрҙең дәрәжәһе түбәнәйә барыуына улар ғәйепле түгел. Бындай осраҡта партияның уңышлы халыҡ проекттары ла хәлде ҡотҡармаҫ.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, илдәге һәм республикалағы сәйәси тормош киләсәктә ҡатмарлашасаҡ ҡына. Власть өсөн көрәш буласаҡ.

— Власть өсөн көрәштә ҡайһы бер оппозиция вәкилдәре барлыҡ сараларҙы ла ҡуллана, — тине Рөстәм Хәмитов. Уның фекеренсә, ундай кешеләр йәмғиәтте тарҡатырға, кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһон уятырға, ғәмәлдәге власть структураларының абруйын төшөрөргә теләй.

Сәйәси көрәште Рөстәм Хәмитов замана күренеше, йәмәғәт үҫешенең яңы тармағы кеүек ҡабул итергә тәҡдим итте.

Март айында беҙҙе йәнә бер һайлау көтә, уның тағы ла көсөргәнешлерәк булыуы ихтимал, тине Башҡортостан Президенты.

— Президент һайлауҙары – ил өсөн мөһим, хәл иткес ваҡиға, — тине ул. — «Берҙәм Рәсәй»ҙән кандидат Владимир Путин – бөтә донъяла танылған абруйлы лидер. Һәм беҙҙең бурыс – граждандарға иҡтисади көрсөк хәүефе янаған ҡатмарлы осорҙа бындай тәжрибәле етәксене һайлауҙың дөрөҫ ҡарар булыуын аңлатыу. Кризис – эксперименттар осоро түгел.

Буласаҡ һайлау тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов Владимир Путиндың илдәге хәлде яҡшы аңлауын, үҙгәрештәр талап иткән халыҡты ишетеүен билдәләне.