Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Терегөмөшлө иҫке лампаларҙы йыйыусы экомобиль һуңғы рейдҡа сыға

Йәмғиәт

«Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының терегөмөшлө иҫке лампаларҙы йыйыусы экомобиле иртәгә, 27 декабрҙә, быйылғы йылдағы һуңғы рейдҡа сығасаҡ. Республикалағы терегөмөшлө изделиелар йыйыусы берҙән-бер күсмә пункт Туймазыға юллана. Бында, Октябрҙең 70 йыллығы, 11 «в» адресы буйынса урынлашҡан БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Туймазы территориаль идаралығы бинаһы янында сәғәт 11-ҙән 16-ға тиклем халыҡтан люминесцент, энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампалар һәм градусниктар ҡабул ителәсәк.

Хәтәрегеҙгә төшөрәбеҙ, былар барыһы ла бушлай эшләнә. Йыл башынан алып экомобиль республика буйынса 30 рейдҡа сығып, дөйөм алғанда алты мең самаһы терегөмөшлө изделие йыйып алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть