10 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 12:54

Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы билдәләнде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Нардуған байрамы үтте. Уның ойоштороусылары булып «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ауыл мәктәбе сығыш яһаны. Тантанаға 7 класс уҡыусылары һәм урындағы олатайҙар һәм инәйҙәр саҡырылды.

«Башинформ» хәбәрсеһенә «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы Рәүилә Лоҡманованың хәбәр итеүенсә, байрамға уҡыусылар театрлаштырылған тамаша менән концерт номерҙары әҙерләгән. Сара дауамында малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡурайҙа уйнаған, халыҡ бейеүҙәрен һәм башҡорт йырҙарын башҡарған. Селлә бабай сараға килгәндәрҙең барыһына ла байрам өсөн рәхмәт әйткән һәм бәхеттәр теләп, балаларға бүләктәр тапшырған.

— Нардуған байрамы – төрки халыҡтарының бик боронғо йолаһы, — тигән аңлатма бирҙе Рәүилә Лоҡманова. – Ул «Ҡояш тыуыуы»н аңлата һәм иң оҙон төндәр менән иң ҡыҫҡа көн билдәләнгән араға — декабрҙең һуңғы көндәренә тура килә. Риүәйәттәргә ярашлы, тап ошо ҡышҡы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта ҡояш яңынан тыуа.