Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Туймазыла Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы гала-концерт менән тамамланды

Йәмғиәт

Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт йортонда Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған гала-концерт үтте.

Туймазы район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл дауамында бында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә бәйле бихисап саралар үткәрелгән. «Сеспель», «Родники», «Рябинушка», «Радуга» вокаль ансамблдәре, «Дуҫтар» ҡурайсылар ансамбле һәм «Тальян-баян» тальянсылар төркөмө район данын бөтә республикаға таратҡан. Ҡала мәҙәниәт йортонда үткән гала-концерт — Башҡортостан Республикаһындағы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының йомғаҡлау сараһы ул.

— Һәр дәүләт ышаныслы, инициативалы кешеләрҙең көсө менән төҙөлә, – тип билдәләне район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Дилә Арсланова. – Ундайҙар беҙҙә лә бар. Бының өсөн матур мәҙәни саралар үткәрергә ярҙам иткән милли диаспоралар етәкселәрен атау ҙа етә. Уларға халҡының традицияларына тоғро булыуҙары, милли мәҙәниәтте халыҡҡа еткерергә әҙер тороуҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм.

Гала-концертта Туймазы районында йәшәгән халыҡ вәкилдәре, шулай уҡ Шаран районынан һәм Октябрьский ҡалаһынан ҡунаҡтар сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть