3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 12:22

Павел Качкаев: «Төбәктәр һәм муниципалитеттарға вәкәләттәрҙе күберәк бирергә кәрәк»

автор: "Башинформ"

«Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә власть функцияларын һәм бюджет менән идара итеү буйынса ҡайһы бер вәкәләттәрҙе үҙәктән алыу мәсьәләһе күтәрелде. 90-сы йылдарҙа, ил тарҡалған ваҡытта, бюджеттың үҙәктән идара ителергә тейеш булыуы аңлашыла, әммә әлеге ваҡытта Дмитрий Медведевтың позицияһын дөрөҫ тип иҫәпләйем, — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Президент Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма биреп. — Халыҡҡа ысынлап яҡын торғандарға, төбәктәр һәм муниципалитеттарға вәкәләттәрҙе күберәк бирергә кәрәк. Урындарҙа бит халыҡ проблемаларын, уларҙың өмөт-ышаныстарын һәм талаптарын яҡшыраҡ беләләр. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренән алып бында әле көнүҙәк булған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларына тиклем барыһы ла инә. Урындағы власть органдары үҙҙәренең мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалай алыр, тип уйлайым. Кешеләр өсөн эшләргә кәрәк».