3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 11:13

Төбәктә йәштәрҙе бизнес нигеҙҙәренә өйрәтәләр

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яңы эш башлаған йәш эшҡыуарҙар өсөн курстар ойошторҙо. Бында студенттар, йәш эшҡыуарҙар һәм 30 йәшкә тиклемге эшләмәгән йәштәр бизнес нигеҙҙәренең серҙәренә төшөнәсәк.

72 сәғәт эсендә уҡыусылар бизнес-планлаштырыу, бизнес менән шөғөлләнеүҙең юридик аспекттарын һәм продукцияны тәҡдим итеү ысулдарын өйрәнәсәк. Уҡыу тамамланғас уларға дәүләт өлгөһөндәге танытмалар тапшырыласаҡ.

Курстарға Өфө халҡы ғына түгел, Ишембай, Салауат ҡалаларында йәшәүселәр ҙә йөрөй ала.

Бынан тыш, 2008 йылдан республикала «Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» проекты эшләп килә. Быйыл был мәктәп сиктәрендә уҡыуҙар Өфөлә һәм Учалыла үткәрелде. Унда Башҡортостанда йәшәүсе әле 30 йәшен тултырмаған 1200-ҙән ашыу кеше белемен камиллаштырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.