10 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 9:48

Өфөлә водителдәр Ҡыш бабайҙарға юл бирәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Ҡыш бабайҙар парады Өфөнөң Октябрь проспектында хәрәкәт итеү схемаһын үҙгәртәсәк. Байрам парады бөгөн, 26 декабрҙә, баш ҡала хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда үтәсәк.

— Колонна рус драма театры алдынан 14.30-ҙа старт алып, Ҡала советы яғына йүнәләсәк, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығынан. – Бирелгән заявкаларға ҡарағанда, парадта 700-ҙән ашыу Ҡыш бабай ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығының элегерәк хәбәр итеүенсә, транспорт хәрәкәте бер сәғәт айырма менән ике тапҡыр унар минутҡа ябыласаҡ. Тәүҙә 14.40-тан 14.50-гә тиклем — Октябрь проспекты менән Көньяҡ тыҡрығы киҫелешендә, бер сәғәттән һуң, 15.40-тан 15.50-гә тиклем, — Октябрь проспектындағы «Ҡала советы» транспорт туҡталышы районында юл ябыласаҡ.

Бынан тыш, ошо уҡ көндө 9.00-дән 16.00-гә тиклем рус драма театры майҙанында, шулай уҡ Өфө мэрияһы алдында транспорт сараларын ҡалдырыу тыйыла.  

Ҡала властары водителдәрҙән маршруттарын һәм парковка урынын алдан хәстәрләүҙәрен һорай.