3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2011 йыл, 10:46

Өфөлә быйыл һуңғы тапҡыр үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә ни бары 200 кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында быйыл һуңғы тапҡыр үткәрелгән дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар өсөн вакансиялар йәрминкәһендә Өфөнән эш биреүселәр яҡынса 260 буш эш урыны тәҡдим итте.

Йәрминкәлә 200 кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән. Уларҙан яҡынса 90 кеше эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү үтте, һөҙөмтәлә 40-тан ашыу кеше эшкә саҡырылды. Бынан тыш, йәрминкәлә ҡатнашҡан 26 эш биреүсенән бишәүһе Өфөнөң хеҙмәт биржаһында иҫәптә торған эшһеҙҙәр тураһында мәғлүмәттәр базаһы менән ҡулланды.