8 декабрь, Кесе йома

26 декабрь 2011 йыл, 10:08

Республикала Инвестиция фонды булдырыла

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 23 декабрендәге 502-се «Башҡортостан Республикаһының Инвестиция фонды тураһында»ғы ҡарарына ҡул ҡуйылды.

Документҡа ярашлы республикала бюджеттан бүленгән аҡсалар иҫәбенә булдырылған Инвестиция фонды ойошторола. Фонд средстволары төбәк һәм төбәк-ара кимәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтеләсәк. Был проекттарҙы һайлап алыу менән өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙы ҡарау һәм уларға ярҙам итеү буйынса республика комиссияһы шөғөлләнәсәк.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы был проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышына контроллек итәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһының Инвестиция фонды тураһындағы Положение менән республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында танышырға була.