9 декабрь, Йома

26 декабрь 2011 йыл, 9:47

Башҡортостанда Яңы йыл алдынан яңы мәктәп асылды

автор: Эльмира Сабирова

Йылайыр районында 2012 йыл алдынан яңы мәктәп асылды. Н.Р.Иреков исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе 340 урынға иҫәпләнгән, ул замана талаптарына тулыһынса яуап бирә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Мәктәпте асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашты. Бөгөн республика дөйөм алғанда мәктәптәр менән етерлек кимәлдә тәьмин ителгән, тип билдәләне ведомство башлығы ауыл халҡын ҡотлап.

— Беҙҙең балалар заманса йыһазландырылған мәктәптәрҙә белем алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, — тине министр. Ул балаларға – яҡшы уҡыу йылы, уҡытыусыларға – белем биреү һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өлкәһендә яңы ижади уңыштар, ата-әсәләргә һәм йәмәғәтселек вәкилдәренә уҡытыу-тәрбиә биреү процесында әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.

Шул уҡ көндө Әлфис Ғаязов Йылайыр районының махсус (коррекцион) мәктәп-интернатында булды һәм уның директорына «Мәктәп автобусы» программаһы сиктәрендә был уҡыу йортона бүленгән яңы автобус асҡысын тапшырҙы.

Артабан ведомство башлығы Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге гимназияла райондың мәктәп директорҙары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Визит аҙағында министр республиканың иң иҫке башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе – Юлдыбайҙағы 80-се һөнәри лицейҙа булды.