Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Ҡыш бабайҙар парады арҡаһында 26 декабрҙә Өфөлә юл ябыласаҡ

Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан үткәрелеүсе традицион Ҡыш бабайҙар парады арҡаһында Өфөлә 26 декабрҙә транспорт хәрәкәте ябыласаҡ. Әммә оҙаҡҡа түгел – ни бары 10 минутҡа. Әйткәндәй, юл бер сәғәт айырма менән ике тапҡыр ябыласаҡ.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, башта 14.40-тан 14.50-гә тиклем Октябрь проспекты менән Көньяҡ тыҡрығы киҫелешендә хәрәкәт туҡтатыласаҡ. Ә бер сәғәт үткәс, 15.40-тан 15.50-гә тиклем, — Октябрь проспектының «Ҡала советы» туҡталышы районында юл ябыласаҡ.

Бынан тыш, ошо уҡ көндө 9.00-дән 16.00-гә тиклем Рус драма театры алдында, шулай уҡ Өфө мэрияһы алдында Көньяҡ тыҡрығына тиклем транспорт сараларын ҡалдырыу тыйыла. Ҡала властары водителдәргә маршруттарын һәм парковка урынын алдан билдәләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть