11 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 18:02

Республиканың Милли симфоник оркестры тамашасыларҙы Яңы йыл программаһы менән ҡыуандырасаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

23 һәм 24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры тамашасыларҙы донъя тирәләй музыкаль сәйәхәткә саҡыра. «100 минут донъя тирәләй» байрам программаһын Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында оркестр һәм уның солистары тәҡдим итәсәк. Улар араһында – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алексей Воронин (скрипка), халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Александр Анисимов (скрипка) һәм Майа Мөхәмәҙиева (фортепиано). Дирижер – Рөстәм Сөләймәнов.

Программаға Шопен, Понкьелли, де Фалья, Чайковский, Гершвиндың билдәле әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарының заманса эшкәртелгән варианттары индерелгән.