10 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 17:30

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы – Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙәге Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының яҡынса һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2011 йылда иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Һуңғы йомғаҡтар алдағы йылдың мартында яһаласаҡ.

— Уғаса позицияларыбыҙҙы нығытырбыҙ ғына, тип ышанам. 2012 йылда Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге контроль һәм эксперт-аналитик сараларын үткәреү сифатын яҡшыртыуға, шулай уҡ республиканың Финанс министрлығы менән бергә тикшереүҙәр үткәреү тәжрибәһен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, беҙ Иҫәп палатаһы һәм Рәсәйҙәге Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтереү һәм нығытыу, шулай уҡ республиканың матди һәм финанс ресурстары менән идара итеү системаһында коррупция күренештәрен асыҡлау буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары менән килешеп эш итеү буйынса эш тәҡдим итмәксебеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының йомғаҡлау ултырышында уның рәйесе Салауат Харасов.