7 декабрь, Шаршамбы

23 декабрь 2011 йыл, 17:17

Өфөлә үткәрелгән Раштыуа йәрминкәһендә 75 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды

автор: "Башинформ"

Өфөләге «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында Раштыуа йәрминкәһе үтте. Хәйриә акцияһының ойоштороусылары булып Ufa1.ru сайты менән «Вся Уфа» телеканалы сығыш яһаны, проекттың генераль партнеры – «Дом.ru» компанияһы.

Сара ҡунаҡтары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, данлыҡлы хоккей тренеры Сергей Михалев, Дәүләт академия драма театры артисы Айгөл Шакирова, ВИА Чаппаның экс-солисы Осман, рәссам Вәсил Ханнанов, кинорежиссер Булат Йосопов, радиотапшырыуҙар алып барыусыһы Илья Подольский, пародист Александр Чистяков һәм башҡалар бар ине. Уларҙың һәр береһе йәрминкәлә үҙҙәренең бер нисә әйберен һәм үҙ ҡулдары менән яһалған тауарҙарҙы тәҡдим итте. Айгөл Шакирова, мәҫәлән, күп йылдар дауамында театр сәхнәһенә кейеп сыҡҡан биҙәүестәрен, ә Сергей Михалев автографлы китаптарын һатты.

Йәрминкәлә үҙҙәре ҡатнаша алмаған йондоҙҙарҙың да әйберҙәре — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Татьяна Никанорова менән Геннадий Родионовтың биҙәүестәре, биатлонсы Максим Чудовтың саңғылары, «Салауат Юлаев» клубы уйынсылары Александр һәм Игорь Радуловтарҙың сәкәндәре, «Толпар»ҙың тренеры Александр Семактың сәкәне һәм башҡа төрлө спорт атрибутикаһы тәҡдим ителде.

Раштыуа йәрминкәһендә йәмғеһе 75 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Был суммаға хәйриә акцияһын ойоштороусылар Охлебинин ауылындағы балалар йортона бүләктәр аласаҡ.