Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Республикала бер мәктәп компьютерына 18 уҡыусы тура килә

Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса бер мәктәп компьютерына 18 уҡыусы тура килә. Республиканың 50-нән ашыу мәктәбендә ғөмүмән компьютерҙар юҡ. Һәр етенсе мәктәптә һыу менән тәьмин итеү системаһы санитар нормаларға тап килмәй, спорт залдары, медицина кабинеттары һәм ашханалар юҡ. Был мәғлүмәттәр бөгөн Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының йомғаҡлау ултырышында уҡып ишеттерелде.

— Илдәге иң ҡеүәтле мәғариф системаларының береһе – Башҡортостанда. Шул уҡ ваҡытта дөйөм белем биреү өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы иҡтисад өлкәһендәгенә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек түбәнерәк. Мәктәптәрҙең, айырыуса ауыл ерендә урынлашҡан белем биреү учреждениеларының матди-техник торошо сифатлы белем биреүҙә кәрәкле шарттар менән тәьмин итмәй, — тип иҫәпләй Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть