9 декабрь, Йома

23 декабрь 2011 йыл, 16:51

Башҡортостанда тышҡы яҡтылыҡ системаларын яңыртыуға 1 млрд 726 млн һум йүнәлтеләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл Башҡортостанда тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялауға 190 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Улар үҙләштерелгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән был программа тулыһынса үтәлгән. Аҡса өҫтәп финанслау шарттарында бүленгән: 95,2 млн һумы – республика бюджетынан, тағы ошо сама аҡсаны муниципаль берәмектәр бүлгән.

Белгестәр 44 муниципаль берәмектә 20365 урам яҡтыртҡысын ремонтлаған, алмаштырған йәки яңыһын ҡуйған. 172370 метр изоляцияланмаған сым яңыртылған.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программала Әбйәлил, Белорет, Баҡалы, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Ишембай һәм тағы 30 райондың муниципалитеттары ҡатнашҡан. Өфөнөң, Ағиҙелдең, Күмертау, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡтың урамдары хәҙер төнөн яҡтыраҡ һәм хәүефһеҙерәккә әйләнде.

«Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарының тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау» айырым маҡсатлы программаһы 2015 йылға тиклем дауам ителәсәк. Дөйөм финанслау күләме 1 млрд 726 млн һум сумманы тәшкил итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2011-2015 йылдарға «Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарының тышҡы яҡтыртыу системаларын яңыртыу» айырым маҡсатлы программаһы БР Хөкүмәте ҡарары менән 2011 йылдың мартында раҫланғайны. Уны БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән. Үткәрелгән сараларҙың төп маҡсаты — тораҡ урамдарын электр утын һаҡсыл файҙаланыусы ышаныслы яҡтыртыу саралары менән тәьмин итеү.

Программа сиктәрендә тышҡы яҡтылыҡ системаларын яңыртыуҙы ике этапта үткәреү ҡаралған. Бығаса урам фонарҙарына инвентаризация үткәрелһә, хәҙер тышҡы яҡтыртыу системаларына ремонт башланған — эшләмәгәндәре тергеҙелә, иҫкеләре энергияны һаҡсыл файҙаланғандарына алмаштырыла.

Икенсе этапта яңылары төҙөләсәк һәм заманса технологиялар һәм материалдар ярҙамында булғандары яңыртыласаҡ.