6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 16:33

2012 йылда Башҡортостанда 2,3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға торлаҡ төҙөлөшө программаһы 2,3 миллион квадрат метр күләмендә булдырылған һәм программаның тейешле маҡсатлы күрһәткестәренә ирешеүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән торлаҡ менән тәьмин ителеү кимәле бер кешегә 22,5 квадрат метрҙан да кәм булырға тейеш түгел.

Республика торлаҡ төҙөлөшө программаһы сиктәрендә Башҡортостан бюджеты средстволары иҫәбенә 1,2 миллиард һум – инженер селтәрҙәрен төҙөүгә, 27 миллион – төҙөлөш индустрияһын һәм сәнәғәт төҙөлөш материалдарын үҫтереүгә, 3,2 миллиард – ипотека кредитын үҫтереүгә, 1,5 миллиард – аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Атап әйтелгән программа сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты «Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш» тармағы буйынса объекттарҙы ике миллиард һумдан ашыу дөйөм суммаға финанслауҙы 2012 йылға Республика адреслы инвестицион программаһын булдырыу буйынса тәҡдимдәргә индерҙе.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ