3 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 15:03

Өфөлә совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереүгә 32 йыл тулыуға арналған осрашыу ойошторола

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Иртәгә, 24 декабрҙә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында совет ғәскәрҙәрен Афғанстанда индереүгә 32 йыл тулыуға арналған «Ваҡыт беҙҙе һайланы...» тип аталған осрашыу үткәреләсәк. Уны Башҡортостандың хәрби хәрәкәт ветерандары союзы ойоштора.

«Башинформ» агентлығына 112-се Башкавдивизия музейынан хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, афған һуғышында ҡатнашҡан яугир-интернационалистар, локаль ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге Өфө отряды хеҙмәткәрҙәре, һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре киләсәк.

Сара дауамында документаль фильмдар, фотографиялар күрһәтеләсәк. «Боевые друзья» вокаль-инструменталь ансамбле хәрби-патриотик йырҙар башҡарасаҡ, ветерандар теләктәре менән йәш һалдаттарға мөрәжәғәт итәсәк.