4 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 14:19

Рөстәм Хәмитов бер юлы ике һәм унан күберәк балаһы тыуған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә сараларын билдәләне

автор: "Башинформ"

23 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Бер юлы ике (игеҙәк) һәм унан күберәк балалары тыуған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә саралары тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, 2012 йылдың 1 ғинуарынан бер юлы ике (игеҙәк) һәм унан күберәк балалары тыуған ғаиләләргә һәр сабыйға өс йәштәре тулғансы ай һайын 500 һум күләмендә балалар пособиеһы биреләсәк. Пособие Башҡортостанда даими йәшәгән, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләргә түләнә.

Шулай уҡ указ 2012 йылдың 1 ғинуарынан бер юлы өс (өс игеҙәк) һәм унан күберәк балаһы тыуған һәм республиканың урындағы үҙидара органдарында торлаҡ биналарға мохтаждар исемлегендә торған ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары бирелеүен гарантиялай, был сертификаттар ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға хоҡуҡтарын раҫлай.

Указ 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Уның үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәтенә йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.