Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Нефтекамала «Тағараҡ» экоакцияһы үтә

Йәмғиәт

Һалҡын ҡышта ҡанатлы дуҫтарға ярҙам итеү ниәте менән Нефтекама йәш натуралистар станцияһында тәрбиәләнеүселәр йыл һайын «Тағараҡ» экологик акцияһында ҡатнаша. Акцияға ҡаланың балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла ҡушыла.

Үҫеп килгән быуынды тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йәлеп итеү, уларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү «Тағараҡ» акцияһының төп маҡсаты булып тора.

— Йола буйынса акция ҡалала декабрь башынан алып февраль аҙағына тиклем дауам итә. Был ваҡыт эсендә балалар урман паркы зонаһында, мәктәп, йорт алды биләмәләрендә үҙҙәре эшләгән тағараҡтар элә, аҙаҡ ҡоштарҙы ашата. Ҡанатлы дуҫтар өсөн аҙыҡты балалар алдан уҡ, йылы көндәрҙә тәбиғәткә экскурсияға барған ваҡытта әҙерләй, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть