Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Айҙар Ғәлимов приютта тәрбиәләнеүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов балаларға ярҙам итеү буйынса хәйриә акцияһында ҡатнашты. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Өфөлә Каруанһарайҙа үткән «Раштыуа йәрминкәһе»ндә Айҙар Ғәлимов галстук, дискылар коллекцияһын, шулай уҡ ҡатыны бешергән бәлеште аукционға сығарҙы. Акция барышында эшләнгән аҡсаларға Иглин районының Охлебинин приютында тәрбиәләнеүсе балалар өсөн Яңы йыл бүләктәре һатып алынсаҡ.  

Депутат балаларға бындай ярҙамды беренсе тапҡыр күрһәтмәй. Бығаса ул приют хеҙмәткәрҙәренә кер йыуыу машинаһы һәм спорт инвентарын һатып алыу өсөн сертификат тапшырғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть