6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 12:36

Темәс ауылында комбриг Муса Муртазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуы билдәләнде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Баймаҡ районы Темәс ауылының моделле китапханаһында легендар комбриг Муса Муртазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған осрашыу үтте. Унда «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, ауыл советы хакимиәте, «Атайсал» клубы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Сара йәштәрҙе мәҙәни-әҡлахи йәһәттән һәм патриотик рухта тәрбиәләү, башҡорт халҡының тарихи һәм милли ҡиммәттәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторолдо.

Осрашыуға килгәндәрҙе ауыл хакимиәте етәкселеге сәләмләне. Сара дауамында уҡыусылар өсөн Муса Мортазин тураһында тематик дәрес үткәрелде, унда комбригтың Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышындағы батырлыҡтары һәм Совет республикаһын төҙөүгә бәйле ҡаҙаныштары тураһында бәйән ителде. Шулай уҡ тормошо, үлеме һәм һуңынан уның халыҡ геройы тигән данын тергеҙеү тураһында биографик белешмә бирелде, тип хәбәр итте«Башинформ» агентлығына «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Ҡолмырҙин.  

темалар: хәтер