4 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 12:20

Башҡортостан предприятиелары тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға 34 млн һум самаһы аҡса күсергән

автор: Галина Бахшиева

Республика предприятиелары быйыл Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы дәүләт инспекторҙары күрһәтмәләрен үтәү маҡсатында йәки суд органдары ҡарарҙары буйынса тәбиғәтте һаҡлауға бәйле сараларға 34 миллион һум самаһы аҡса йүнәлткән.

«Башинформ» агентлығына Идаралыҡтың матбуғат секретары Антон Волковтың хәбәр итеүенсә, йыл дауамында Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 180-дән ашыу тикшереү үткәргән. Шуларҙың 100-ҙән ашыуы планда ҡаралған, 80 самаһы – пландан тыш тикшереү.  

Контроль саралар барышында 1159 объект һәм 868 рөхсәт биреүсе документтар тикшерелгән. Һөҙөмтәлә 200 ҡағиҙә боҙоу асыҡланған, шуларҙың 199-ы, йәғни 99,5 проценты бөтөрөлгән. 160-ҡа яҡын юридик шәхес, 230-ҙан ашыу вазифалы кеше һәм 17 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

— Контроль саралар һөҙөмтәһендә 2011 йылда тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы закондарҙы боҙған граждандарға 7 миллион 680 мең һум күләмендә штраф һалынған. Штрафтарҙың барыһы ла түләтелгән. Бына тыш, 3 миллион 900 мең һумдан ашыу суммалағы тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙан күрелгән зыян ҡаплатылған,  — тип һүҙен йомғаҡланы Антон Волков.