5 декабрь, Дүшәмбе

23 декабрь 2011 йыл, 11:14

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарын үткәреүгә әҙерлек буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәренең ике көнлөк бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша.

Көн элгәре Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров кәңәшмәлә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға йомғаҡ яһаны һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек барышында һайлау комиссиялары башҡарасаҡ бурыстарҙы билдәләне. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Станислав Вавилов Дәүләт думаһына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү барышында һайлау комиссияларына килгән мөрәжәғәттәр менән эшләү тураһында сығыш яһаны. Кәңәшмәлә РФ Эске эштәр министрлығы, Федераль миграция хеҙмәте, РФ Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихия ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығы вәкилдәре сығыш яһаны. РФ Юстиция министрлығы менән теркәлгән барлыҡ ете сәйәси партия вәкилдәренә лә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға һорау бирергә мөмкинлек бирелде.

темалар: һайлауҙар