Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев: «Күп милләтле донъя – Рәсәйҙең уникаль өҫтөнлөгө»

Сәйәсәт

Бөгөн Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, күп милләтле ил үҙенсәлектәре тураһында һүҙ йөрөтөп, милләт-ара һәм конфессия-ара конфликттар хәүефлелеген билдәләне.

— Рәсәйҙә 180-дән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй, — тине Дмитрий Медведев. – Күп милләтле донъя – Рәсәйҙең уникаль өҫтөнлөгө.

Ил башлығы милләт-ара һәм дини-ара ыҙғышҡа ҡаршы тороу кәрәклеген билдәләне.

— Милләтселек – ул милләттең көсһөҙлөк күрһәтеүе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Әммә әлегә тиклем, айырыуса ҙур ҡалаларҙа, халыҡ-ара һәм эске миграция етди көсөргәнешлек тыуҙыра. Был йыш ҡына милләт-ара ыҙғыштарға һәм конфликттарға килтерә. Күләмле эске миграцияны, шулай уҡ илдең айырым төбәктәрендә тышҡы миграцияның тупланыуын булдырған иҡтисади нигеҙҙе бөтөрөргә кәрәк. Депрессив, күп халыҡлы территорияларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Бынан тыш, балаларға мәҙәни һәм әхлаҡи тәрбиә биреүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк, уларҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, толерантлыҡ тойғоларын тәрбиәләү зарур. Был илебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк. Әлбиттә, экстремизмдың бөтә күренештәре, милләт-ара ыҙғышҡа йүнәлтелгән енәйәттәр менән эҙмә-эҙлекле һәм компромисһыҙ көрәшергә кәрәк. Бындай эш – ул даими өҫтөнлөк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть