4 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2011 йыл, 18:23

Нефтекамала яңы ҡала башлығы

автор: Сергей Захаров

22 декабрҙә Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы үтте. Ҡала Советы депутаттарының ҡарары буйынса Владимир Громов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса, был вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңгән кеше тәғәйенләнгәнгә тиклем, Илүс Ғәрифуллин башҡарасаҡ.