Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Дмитрий Медведев Рәсәй төбәктәре башлыҡтарын һайлауҙар ярҙамында билдәләргә тәҡдим итте

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев РФ Федераль Йыйылышына үҙенең дүртенсе Мөрәғәжәтнамәһендә Рәсәй сәйәсәте системаһында комплекслы үҙгәртеп ҡороу үткәрергә, атап әйткәндә, төбәктәр башлығын тура тауыш биреү ярҙамында һайларға, партияларҙы ябайлаштырылған тәртиптә теркәргә, Дәүләт Думаһына һайлауҙар системаһын үҙгәртергә тәҡдим итте.

— Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәрен төбәктәр халҡының тауыш биреүе ярҙамында һайлауға күсергә, партияларҙы ябайлаштырылған тәртиптә теркәү мөмкинлеген булдырырға кәрәк тип һанайым, — тип белдерҙе Президент. Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына һайлау системаһын да үҙгәртергә, 225 округ буйынса пропорциональ вәкиллек индерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, был сара арҡаһында һәр биләмәнең парламентта үҙ вәкиле буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть