5 декабрь, Дүшәмбе

22 декабрь 2011 йыл, 18:08

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының төбәк етәкселәрен һайлап ҡуйыу буйынса инициативаһын хупланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дмитрий Медведевтың төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу ғәмәлен тергеҙеү тәҡдименә комментарий бирҙе.

— Рәсәй Президентының төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу ғәмәлен тергеҙеү буйынса инициативаһын хуплайым. Властың бурысы – халыҡ өсөн эшләү, шуға күрә халыҡ был эште ышанып тапшырған кешеһен үҙе һайларға тейеш. Был эш биреүсе һәм хеҙмәткәр араһындағы ғәҙәти мөнәсәбәттәр. Тәүгеһе икенсеһен, бер нисә дәғүә итеүсе араһынан һайлап алып, эшкә ала, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

темалар: бр президенты