11 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2011 йыл, 15:56

Өфөлә граждандар йәмғиәтенең милли сәйәсәтте формалаштырыуҙағы роле тикшерелде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында «Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен формалаштырыу һәм милли проблемаларҙы хәл итеү юлдары» тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сараны ойоштороусы булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының дәүләт власы органдары һәм граждандар йәмғиәте институттары менән килешеп эш итеү буйынса комиссияһы сығыш яһаны. Ултырышта республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар «граждандар йәмғиәте» төшөнсәһенең аңлатмаһын, Рәсәйҙә уның формалашыуын, граждандар йәмғиәте менән дәүләт мөнәсәбәттәрен һәм был өлкәләге башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Шулай уҡ Рәсәйҙә милли сәйәсәттең формалашыуы, ил тормошонда милли төбәктәрҙең роле, Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы һөҙөмтәләре ҡаралды.

Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов әлеге теманың, айырыуса күп милләтле Башҡортостанда, көнүҙәк булыуын билдәләне.

— Милләт-ара проблемаларҙы хәл итеү – граждандар йәмғиәтенең мөһим темаларының береһе, — тине ул.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының дәүләт власы органдары һәм граждандар йәмғиәте институттары менән килешеп эш итеү буйынса комиссияһы рәйесе Фәнил Фәйзуллиндың һүҙҙәренсә, беҙҙең илдә граждандар йәмғиәте формалашыу кимәлендә генә әле, Рәсәй халҡы әүҙем түгел, дәүләттең үҙендә күп хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡала.

Ҡыҙыу фекер алышыуҙан һуң түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, граждандар йәмғиәте институтын үҫтереүгә йүнәлтелгән комплекслы дәүләт программаһын әҙерләргә кәрәк, тигән дөйөм фекергә килде.