Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Баҫма графика оҫталары үҙ эштәрен Башҡортостандың Милли китапханаһында тәҡдим итәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостандың баҫма графикаһы оҫталары күргәҙмәһе 22 декабрҙә республиканың Милли китапханаһында асыласаҡ. «Китап графикаһы сәнғәте» тип аталған күргәҙмә Башҡортостандың Милли китапханаһына 175 йыл тулыуға арнала. Экспозицияла республикалағы баҫма графиканың был өлкәлә әүҙем һәм уңышлы ижад иткән иң яҡшы 13 оҫтаһының эштәре тәҡдим ителә. Улар – Алексей Королевский, Зөфәр Ғаянов, Тәлғәт Мәсәлимов, Глеб Голубев, Азат Мөхтәруллин, Артур Василов, Ләйлә Ғаянова, Искәндәр Ниғәмәтйәнов, Александр Костин, Азат Ҡужин, Ирина Ахмадуллина, Майа Зыяи, Виктория Гаптарь.

Күргәҙмә китапхана уҡыусыларын китап эстетикаһының тыуыу процесы менән таныштырыу, һәр рәссам ижадының үҙенсәлектәренә төшөнөргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть