Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.96 ↑

EUR 61.38 ↓

1 март, Шаршамбы

Уфа   °

2011 йылдағы һайлауҙы яҡтыртыу конкурсында 46 киң мәғлүмәт сараһы ҡатнашҡан

Сәйәсәт

БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларынан һәм республика журналистарының ижади берекмәһе вәкилдәренән торған БР Үҙәк һайлау комиссияһының конкурс комиссияһы 2011 йылда Башҡортостанда һайлау кампанияларын әҙерләү һәм уны үткәреүҙе яҡтыртҡан журналистар эштәре һәм автор материалдары конкурсына йомғаҡ яһаны.

Конкурсҡа 46 матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт сараларынан материалдар тәҡдим ителгәйне.  Бәйгелә республика, ҡала һәм район гәзиттәре, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан» теерадиокомпанияһы һәм муниципаль студиялар редакциялары һәм журналистары ҡатнашты.

Тапшырылған эштәрҙе ентекле тикшергәндән һуң комиссия ағзалары призлы урындар биреү өсөн иң яҡшы редакцияларҙы атаны. Киләһе аҙнала конкурс комиссияһының ҡарары БР Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында раҫланғандан һуң, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәреләсәк. Иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы материал өсөн айырым журналистар махсус премия менән бүләкләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть