Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ислам һәм әхлаҡ дәрестәре» китабы донъя күрҙе

Йәмғиәт

Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә «Ислам һәм әхлаҡ дәрестәре» уҡытыу-методик ҡулланмаһының презентацияһы үтте. Китап авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Рәсәй Ислам мираҫы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте ағзаһы Вил Ҡазыханов. Дәреслектә мәктәп уҡыусыларын ислам дине нигеҙҙәренә өйрәтеү методикаһы бирелгән. Унда фекер алышыу өсөн күп төрлө темалар тәҡдим ителә.

— Әхлаҡи тәрбиә биреү бөгөн балалар уҡытыуҙағы төп йүнәлеш булып торорға тейеш, — тип иҫәпләй Вил Ҡазыханов. – Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, уларҙы әхлаҡ һәм әҙәп нормаларына өйрәтеү зарур.

Китап сығарыуҙа ҡатнашҡан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология кафедраһы профессоры Әхмәт Рәхимов был баҫманың уҡытыусылар өсөн бик ҡиммәтле дәреслек булыуын билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, әсбап үҫеп килгән быуынды әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаясаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть