Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

4 мартта Башҡортостан халҡы Рәсәй Президенты менән бергә урындағы Совет депутаттарын һайлаясаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 4 мартта Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары менән бергә муниципаль һайлауҙар үтәсәк.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, республиканың һигеҙ ҡала округында – Өфөлә, Ағиҙелдә, Күмертау, Нефтекама, Октябрьскийҙа, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡта урындағы үҙидара органдары – ҡала Советтарына һайлауҙар үтәсәк. Дөйөм алғанда 192 мандат алмаштырыласаҡ. Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегендә ҡала Советына өҫтәмә һайлауҙар (бер һайлау округы буйынса) үтергә тейеш. Ете ҡала Советына депутаттар һайлау тәүге тапҡыр ҡатнаш система буйынса ойоштороласаҡ (мажоритар һәм пропорциональ).

Ошо уҡ көндө туғыҙ ҡала биләмәһе Советына (165 бер мандатлы округ буйынса) һәм 30 ауыл биләмәһе Советына (294 округ буйынса) һайлауҙар үтәсәк. 69 округ буйынса ауыл биләмәләре Советына өҫтәмә һәм ҡабаттан һайлауҙар үтәсәк.

4 мартта урындағы һайлауҙарҙа дөйөм алғанда 721 депутат мандаты алмаштырыласаҡ.

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть