3 декабрь, Шәмбе

22 декабрь 2011 йыл, 12:49

«Версия Башкортостана» уҡыусыларының һорауҙарына прокуратура вәкиле яуап бирәсәк

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Шишәмбе, 27 декабрҙә, «Версия Башкортостана» гәзите уҡыусыларына БР Прокуратураһының прокурорҙарҙың граждандар процесында ҡатнашыуын тәьмин итеү бүлеге өлкән прокуроры Елена Ишбулатова яуап бирәсәк.    

Хеҙмәт бушлай һәм уның менән бындай ярҙамға мохтаж һәр кем файҙалана ала. 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16 номерына шылтыратығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә. Үрҙә күрһәтелгән телефонға шылтыратығыҙ һәм ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы юрисҡа бирегеҙ!

«Ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең киләһе һандарында донъя күрә.

Һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул “Һеҙҙең хоҡуҡ” тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.  

темалар: хоҡуҡ