9 декабрь, Йома

22 декабрь 2011 йыл, 12:30

Башҡорт дәүләт университеты Бөтә Рәсәй университеттарҙы үҫтереү программаһында еңде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты — юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениеларын стратегик үҫтереү программаларына ярҙам итеү буйынса конкурста еңеүсе 55 вуз иҫәбендә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Конкурсты РФ Мәғариф һәм фән министрлығы үткәрҙе. Уның маҡсаты — федераль бюджет иҫәбенә вуздарҙы стратегик үҫтереү программаларына ярҙам итеү арҡылы вуздар менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү.

Стратегик үҫтереү программаларын тәҡдим иткән 248 вуз конкурста ҡатнашыуға хоҡуҡ алғайны. Улар классик университеттар, инженер-техник вуздар, гуманитар-педагогик һәм башҡа вуздар кеүек өс төркөмгә бүленде.

БашДУ илдең 20 юғары уҡыу йорто менән бер тиң һөҙөмтә күрһәтеп, «Классик университеттар» номинацияһында еңеү яуланы.  

Юғары уҡыу йорттарын стратегик үҫтереү программалары конкурста ҡатнашыусының белем биреү, фәнни һәм инновацион мөмкинлектәренә, финанс йәһәттән тотороҡлолоғона, стратегик үҫтереү программаһын һәм субсидия сиктәрендә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителгән проекттарҙы баһалау нигеҙендә һайлап алынды.

Еңеүселәрҙе өс йыл дауамында (2012-2014 йылдарҙа) субсидия формаһында йылына 100 миллион һумға тиклемге күләмдә федераль бюджеттан финанслау ҡаралған.  

Еңеүселәр исемлеге һәм тулыраҡ мәғлүмәт РФ Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми интернет-порталында www.mon.gov.ru һәм www.programs.extech.ru сайтында бирелгән.