6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2011 йыл, 12:18

Республиканың урман хужалығы өлкәһенә инвестициялар талап ителә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанға ағас эшкәртеү буйынса инвестицион проекттар талап ителә. Тәү сиратта был юғары өҫтәмә хаҡлы продукция етештереүгә ҡағыла.

— Ылыҫлы ағасты эшкәртеү өсөн күп көс талап ителмәй, — тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, «Ижтимағи электрон гәзит»кә мөрәжәғәт итеүсенең төбәктә урман хужалығы өлкәһен үҫтереүгә ҡағылышлы һорауына яуап биреп. – Беҙгә иһә Башҡортостандағы ағас запасының ҙур өлөшөн тәшкил иткән йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы эшкәртеүгә йүнәлтеү зарур. Бының өсөн бер нисә инвестор, шул иҫәптән сит илдәгеләре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Азамат Илембәтов, бөгөнгө көндә Башҡортостанда диләнкәләрҙең ҙур булмаған өлөшө — туғыҙ миллиондан 2,5 миллион кубометры ғына үҙләштерелә, тип билдәләне.

— Аукциондарҙа ҡатнашыу, урманды ҡуртымға биреү буйынса аныҡ ҡағиҙәләр кәрәк. Бөтә инвесторҙар ҙа урмандарҙы үҙләштереү һәм тергеҙеү буйынса үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәргә тейеш. Урман – стратегик ресурс,һәм уны һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк, — тине Премьер.