11 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2011 йыл, 11:50

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының торошо буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында килә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан Башҡортостан 2012 йылда 560 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ. Был средстволар, тигеҙ өлөштәргә бүлеп, граждандарҙы иҫке торлаҡтан яңыларына күсереүгә һәм дөйөм алғанда системаны артабан үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, тип белдерҙе «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән интернет-конференция барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. Шул уҡ ваҡытта ул федераль үҙәктән күсереләсәк дөйөм финанс ярҙамдың 800 млн самаһы тәшкил итеүен билдәләне: айырма 200 млн һум күләмендәге аҡсаның быйылғы йылдан ҡалыуы менән аңлатыла.

Азамат Илембәтов Фондтың башта 2012 йылға тиклем эшләргә тейеш булғанлығын, әммә уның эшмәкәрлеген оҙайтырға ҡарар ителеүен хәтергә төшөрҙө. Федераль Фонд эшләһә-эшләмәһә лә, республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерҙе Премьер.

— Һуңғы өс-дүрт йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошон яҡшыртыуға күп көс һалына. Шелтәләр әлегә күп, әлбиттә, әммә йыл һайын хәлдәр яҡшыра бара. Үҙегеҙ баһалағыҙ: йылытыу миҙгелен уңышлы үткәрәбеҙ, бөтә трассаларҙы ла ремонтлап өлгөрәбеҙ, энергия сығанаҡтары менән тәьмин ителгәнбеҙ,— тине Азамат Илембәтов һәм, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының торошо буйынса республиканың икенсе йыл рәттән Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урын алыуы ла уңышлы эшмәкәрлеккә дәлил булып тора, тип өҫтәне.