9 декабрь, Йома

22 декабрь 2011 йыл, 10:14

Йәштәр балаларҙы Яңы йылға уйынсыҡтар бүләк итеп ҡыуандырасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡорт дәүләт университеты һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Яңы йыл алдынан балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса акция үткәрә. 24 декабргә тиклем университетта балалар өсөн уйынсыҡтар һәм башҡа төрлө бүләктәр йыйыу ойошторола. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Йәш гвардия»ның төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

Бүләктәр йыйыу пункттары университеттың икенсе һәм етенсе корпустарында урынлашҡан. 25 декабрҙә йыйылған әйберҙәр Стәрлетамаҡ районының Ҡуғанаҡ балалар йортона йүнәлтеләсәк. Унда шулай уҡ кескәйҙәр өсөн Яңы йыл тамашаһы ойоштороласаҡ.