9 декабрь, Йома

22 декабрь 2011 йыл, 9:41

Пенсия фонды: пенсиялар 3 ғинуарҙа таратыла башлаясаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

2012 йылдың ғинуарындағы байрам һәм ял көндәрендә Башҡортостан пенсионерҙары пенсияһыҙ ҡалмаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә. Почта хеҙмәткәрҙәре уларҙы түбәндәге график буйынса таратасаҡ:

3 ғинуарҙа — 3-ө

4 ғинуарҙа — 4-е  

5 ғинуарҙа -  5-е һәм 7-һе

6 ғинуарҙа -  6-һы һәм 8-ҙе

9 ғинуарҙа — 9-ы өсөн.

10 ғинуарҙан пенсиялар әүәлге тәртиптә биреләсәк. Социаль түләүҙәрҙе лә Пенсия фонды ошо уҡ ваҡытта бирергә ҡарар иткән. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 ғинуарҙан башлап, күсереләсәк.