Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Тамыр»ҙа республика балалары өсөн Яңы йыл байрамы ойошторолдо

Йәмғиәт

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамы менән «Йәш Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм «Яҡтылыҡ» хәйриә берләшмәһе «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән 150 бала өсөн Яңы йыл алды байрамын ойошторҙо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына партияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Байрам сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары, Башҡортостандың бейеү коллективтары сығыш яһаны. Балалар өсөн өс сәғәтлек күңел асыу программаһы ойошторолдо, Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.

— Социаль өлкә партия эшмәкәрлегенең мөһим бер йүнәлеше булып тора, — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәре Дмитрий Казанцев. — «Берҙәм Рәсәй» йыл һайын социаль йәһәттән мөһим булған сараларҙа ҡатнаша, хәйриә акцияларын һәм байрамдарын үткәреүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары менән берлектә партия «Балалар баҡсалары — балаларға», «Донъяны төҫтәрҙә күреү», «Мәҙәниәт һәм ваҡыт» кеүек проекттарҙы тормошҡа ашыра.

«Йәш Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Линар Әхмәтгәрәев һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда йәнә бер нисә социаль сара планлаштырыла.

— Беҙҙең ойошма Рәсәй кимәлендә «Реаль эштәр» проектын башлап ебәрҙе, — тине рәйес. – Уның сиктәрендә ағымдағы йылдың август айында республиканың аҙ тәьмин ителгән ғаиләләренән ун бала бүләккә рюкзактар һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть