4 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 16:17

Башҡортостан Президентының советниктары билдәләнде

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 21 декабрҙән Андрей Назаровты һәм Спартак Әхмәтовты республика башлығы советниктары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Президенттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Андрей Назаров инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре өсөн яуаплы буласаҡ. Спартак Әхмәтов Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларын үҫтереү өлкәһенә контроллек итәсәк.