7 декабрь, Шаршамбы

21 декабрь 2011 йыл, 16:02

Рөстәм Хәмитов Президент шыршыһына килгән балаларҙы ҡотланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Шаршамбы, 21 декабрҙә, Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән республиканың төп шыршы байрамында Яңы йыл сараларына старт бирелде. Был юлы район һәм ҡалаларҙан 800-гә яҡын балаға Президент шыршыһына билет алыу бәхете эләкте. Улар, тәү сиратта, йәш таланттар, уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадалар, конкурстар, ярыштарҙа еңеүселәр, үҙен йәмғиәт өсөн файҙалы эштәрҙә күрһәткән малай һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары.

Етеп килгән яңы йыл менән уҡыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

— Бөгөн был залда бөтә республиканан йыйылған матур, йәш, һөйкөмлө балаларҙың йөҙҙәрен күрәм,— тине Рөстәм Хәмитов. — Президент шыршыһына еңел генә эләгеп булмағанлығын беләм. Бының өсөн һәйбәт эшләргә, уҡырға, тырышырға кәрәк. Беҙҙең республикала белем алырға тырышҡан, һәйбәт уҡыған балаларҙың күп булыуына шатмын.  

Балаларға мөрәжәғәт итеп, Президент уларҙы алда мауыҡтырғыс белем алыу йылдары көтөүен билдәләне.

— Үҫкәс, һис шикһеҙ, күптәрегеҙ институттарға уҡырға инер. Уларҙы тамамлағас, һеҙ беҙҙә, республикала эшләрһегеҙ. Киләсәктә һеҙгә ҡыҙыҡлы булһын өсөн беҙ заманса яңы заводтар төҙөйәсәкбеҙ, яңы мәғлүмәт технологиялары булдырасаҡбыҙ, киләсәгегеҙ матур, эшегеҙ ҡыҙыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Ә хәҙер каникулдар көтә – ял итергә, күңел асырға, уйнарға, спорт менән шөғөлләнергә, ата-әсәләрегеҙҙе ҡайғыртмаҫҡа, сәләмәт, шат булырға кәрәк.

Республика иҡтисад лицейы-интернаты уҡыусыһы Рушан Исламғолов Президент шыршыһында беренсе тапҡыр. Байрамда ҡатнашыуға үҙен лайыҡлы тип һанай. Рушан – йәмғиәтте өйрәнеү, химия, тарих буйынса ҡала һәм республика олимпиадалары еңеүсеһе. Бынан тыш, ул башҡа фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә.

— Бында электән килергә теләй инем. Бик шатмын. Барыһына ла рәхмәт! – ти Рушан.

Был лицейҙан килгән тағы бер уҡыусы Динара Сакаева, олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙан тыш, бейеү түңәрәгенә лә йөрөй, конкурстарҙа сығыш яһай, уҡыу йортонда үткәрелгән төрлө файҙалы сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Шыршы байрамында ҡатнашыусылар араһында спорт профилендәге 5-се республика мәктәп-интернатынан Резеда Вәхитова ла бар. Ул спортта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Бөтә Рәсәй, республика, ҡала ярыштары еңеүсеһе. Быйыл августа илдең йыйылма командаһы составында Шотландияла үткән халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарында булып ҡайтҡан.

— Ял итергә ваҡыт юҡ, — ти Резеда. – Әле еңел атлетика буйынса Магнитогорскиҙа үтәсәк бөтә Рәсәй ярыштарына әҙерләнәм.

Ошо уҡ мәктәптән Павел Старцев иһә ике йыл элек Президент шыршыһына саҡырылыуы хаҡында ғорурланып һөйләне.

— Ул ваҡытта мин математика буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында икенсе урын алғайным. Әгәр ваҡытыңды дөрөҫ бүлһәң, спортта ла, уҡыуҙа ла өлгөрөргә була, — тип иҫәпләй Павел. — Мин грек-рим көрәше менән әүҙем шөғөлләнәм, йәйгеһен бөтә Рәсәй турнирында өсөнсө урын алдым. Һөҙөмтәмде яҡшыртырға теләйем. Камиллыҡтың сиге юҡ.

Ҡуяндар, бал ҡорттары, пират һәм мушкетерҙар, ҡар бөртөктәре — Яңы йыл кисәһенә бала-саға төрлө-төрлө сағыу костюмдарҙа килгән. Президент шыршыһы — һәр баланың хыялы. Шуға күрә балалар фантазияһында ла сикләүҙәр юҡ. Алмас Ноғоманов бөгөн, мәҫәлән, 2012 йыл символы — аждаһа костюмында.

— Яңы йылда хыялдар тормошҡа аша, — ти малай.

Бер теләге тормошҡа ашҡан да инде — ул Президент шыршыһына килгән. Тағы бер хыялы бар – табип булырға.

Балалар сағыу тамаша шаһиты булды. Бейеү номерҙарынан үрелгән спектаклгә балалар хайран ҡалды. Тамашаның төп геройы Урал батыр рус халҡының өс батыры Илья Муромец, Добрыня Никитич һәм Алеша Попович менән бергә Ҡыш бабайҙы, Һомай менән Яңы йылды яуыз Әзрәҡә батшанан ҡотҡара. Уларҙың юлында кәртәләр күп, әммә изгелек һәм дуҫлыҡ бөтә һынауҙарҙы ла йырып сыға. Һәм Ергә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән Яңы йыл килә.

Һәр беребеҙ Яңы йылда ниндәйҙер мөғжизә, онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар көтә. Эмилия Пестрова өсөн әлеге байрам айырыуса үҙенсәлекле.

— Каникулдарға башҡа ҡалаларҙан күптән күрмәгән ағай-апайҙарым киләсәк. Барыһының да бәхетле һәм сәләмәт булыуын теләйем. Йәнә фотоаппаратлы булғым килә.

Барыһы өсөн дә был байрам мәңге онотолмаҫлыҡ булды. Ә тамашанан һуң төшкән фотоһүрәт мәңгелек иҫтәлек булып ҡаласаҡ.