11 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 16:01

2012 йылда Жуков ауылында балалар баҡсаһы асыласаҡ һәм мәктәп төҙөлә башлаясаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Алдағы йылда Өфө янындағы Жуков ауылында балалар баҡсаһы асыласаҡ һәм мәктәп төҙөлә башлаясаҡ. Был хаҡта «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференция барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов белдерҙе. «Ижтимағи электрон гәзит»кә мөрәжәғәт иткән Өфө районының Жуков ауылында йәшәүсе Айгөлдөң һорауы йән әрнеүе кеүек яңғыраны.

— «Үҙ йортом» программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, беҙ барыбыҙ ҙа ҡыуандыҡ. Әммә барыһы ла үҙгәреп китер һәм беҙҙе яҙмыш ҡосағына ташларҙар, тип берәү ҙә уйламаны.

Ҡайҙа беҙҙең мәктәп һәм балалар баҡсаһы? Ни өсөн беҙ балаларҙы, автобус көткәнсе туҡталыштарҙа туңа-туңа, Өфөгә уҡытырға йөрөтөргә тейеш? – тине Айгөл. Уның һүҙҙәренсә, ауылда мәктәп менән балалар баҡсаһы ғына түгел, йорттарҙа газ да юҡ.

— Был ғәҙел һорау, — тип билдәләне Премьер-министр. – 2012 йылда Жуков ауылында балалар баҡсаһын төҙөү ҡаралған, мәктәп төҙөлөшө лә башланасаҡ.

Азамат Илембәтов, ауылды төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ, шулай уҡ транспорт мәсьәләһе лә хәл ителәсәк, тип ышандырҙы.