7 декабрь, Шаршамбы

21 декабрь 2011 йыл, 14:54

Республика һөт етештереү буйынса Рәсәйҙәге лидерҙарҙың береһе булып ҡала

автор: Людмила Терновая

Һөт һатҡан өсөн ағымдағы йылдың өсөнсө, дүртенсе кварталында субсидиялар түләү мәсьәләһе Башҡортостан аграрийҙары өсөн көнүҙәк булып ҡала. Был тема «Ижтимағи электрон гәзит» менән ойошторолған онлайн-конференция сиктәрендә тикшерелде. Халыҡ һорауҙарына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов яуап бирҙе.

— Һуңғы йылдарҙағы кире факторҙарға ҡарамаҫтан, һөт етештереү буйынса республика Рәсәйҙәге лидерҙарҙың береһе булып ҡала, — тип билдәләне премьер. – Былтыр ҡоролоҡ булыуы арҡаһында төбәктә малдар иҫәбе бер аҙ кәмене. Статистикаға йоғонто яһаған икенсе факт – хәҙер һандарҙа был секторҙағы объектив картина сағыла, өҫтәп яҙыуҙар юҡ. Һөт башлыса шәхси секторҙа етештерелә. Субсидиялар түләүгә бәйле хәлдәрҙе беләбеҙ, һәм был өлкәләге йөкләмәләрҙе үтәү өсөн финанс мөмкинлектәр эҙләйбеҙ. Был мәсьәләне республика Хөкүмәте контролдә тота.