10 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 14:14

Башҡортостан Премьер-министры социаль яуаплы бизнестың көнүҙәк булыуын билдәләне

автор: Марина Шумилова

«Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференция барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов социаль яуаплы бизнестың көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала хеҙмәткәрҙәренә ихтирамлы булған, уларға социаль өлкәлә, торлаҡ төҙөлөшөндә ярҙам иткән, балаларының ялын ойошторған «Газпромтрансгаз Өфө» кеүек бер нисә ҙур предпритие бар, тип билдәләне Премьер-министр.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был хәл барлыҡ сәнәғәт предприятиеларында ла күҙәтелмәй, шуға күрә сәнәғәт предприятиеларына өмөт бағламайбыҙ, — тине Азамат Илембәтов. – Үҙебеҙ өсөн кескәйҙәрҙе балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин итеү проблемаһын өҫтөнлөклө тип билдәләнек, алдағы ике-өс йыл эсендә был мәсьәлә хәл ителерә тейеш. Алдағы йылда ғына республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында 10 мең урынға иҫәпләнгән 50-нән ашыу балалар баҡсаһы төҙөләсәк.

Азамат Илембәтов торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге эште әүҙемләштереү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Республикала бер нисә бындай программа эшләп килә, әммә был ғына етмәй, — тип билдәләне Премьер-министр. – Торлаҡ ҡиммәт, һәм уға хаҡ төшмәйәсәк. Беҙгә эконом класындағы йорттар төҙөү күләмен арттырыу буйынса саралар күрергә кәрәк.