11 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 13:25

Азамат Илембәтов: «Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе Башҡортостан иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ»

автор: Людмила Терновая

Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң да Башҡортостан предприятиелары әүәлгесә юғары кимәлдә эшләүен дауам итәсәк. Республика Хөкүмәте Премьер министры Азамат Илембәтов «Ижтимағи электрон гәзит» сайты ҡулланыусылары менән онлайн-конференция ваҡытында шундай фекерен белдерҙе.

— Башҡортостан предприятиелары донъя күләмендәге конкурентлыҡ мөхитенә эләгә, — тип билдәләне Премьер-министр. — Предприятиеларҙың бер өлөшөнөң — уңышлыраҡ, икенселәренең насарыраҡ конкурентлыҡ итәсәге аңлашыла. Дөйөм алғанда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе республикабыҙ иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип уйлайым. Эш дауамында беҙ ниндәй һорауҙар барлыҡҡа килеүенә ҡарап, уларҙы айырым хәл итәсәкбеҙ. Бының өсөн беҙҙең предприятиеларға яңы иҡтисади шарттарҙа уңышлы эшләргә мөмкинлек бирәсәк программалар әҙерләү планлаштырыла. Был фонда барыбыҙға ла яҡшы таныш «Үҙебеҙҙең етештереүселәргә ярҙам итәйек» лозунгыһы көнүҙәк буласаҡ.