Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала балалар баҡсалары етешмәү мәсьәләһе хәл ителәсәк

Йәмғиәт

Балалар баҡсалары етешмәү мәсьәләһе Башҡортостанда алдағы бер-нисә йылда хәл ителәсәк. Был хаҡта «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференция барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов хәбәр итте.

— Киләһе йылда республикала ун мең урынға иҫәпләнгән 50-нән ашыу яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырыла, — тип хәбәр итте Азамат Илембәтов. – Республика Хөкүмәте өсөн балалар баҡсалары темаһы өҫтөнлөклө булып тора. Республиканың баш ҡалаһында был мәсьәләнең ни тиклем киҫкен тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Быйыл ғына Өфөлә алты яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелде, дүртәүһе реконструкцияланды. 2012 йылда ошондай тағы ун учреждение төҙөләсәк.

Азамат Илембәтовтың билдәләүенсә, был саралар төбәктәге балалар баҡсалары етешмәү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть