3 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 13:00

Автоинспекторҙар «Зебраға һунар» иғлан итте

автор: Ольга Мортазина

Рәсәйҙә «Зебраға һунар» акцияһы башланды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә тап килмәгән йәйәүлеләр үткәүелдәрен табып, уларҙы тәртипкә килтереү – уның төп маҡсаты. Был акцияла барыһының да ярҙамы мөһим: граждандар кешеләр күҙенән ситтә ҡуйылған «зебра» билдәләре, йәки ҡар ҡаплауы арҡаһында күренмәгән юл һыҙаттары, башҡа төрлө уңайһыҙлыҡтар һәм ҡағиҙә боҙоуҙар күҙәтелгән урындар тураһында хәбәр итә ала. Халыҡтан килгән бөтә мәғлүмәттәр ҙә ҡараласаҡ, тип ышандырҙылар республика автоинспекцияһында. БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ярашлы, инспекторҙар бер айҙа «Халыҡ фронты» йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә дүрт меңләп йәйәүлеләр үткәргесен тикшергән. Шуларҙың 80-е әлеге көндә тәртипкә килтерелгән.

— Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 35 административ эш асылды, дөйөм алғанда 55 мең һум суммаға штраф һалынды, шуларҙың 32  меңе түләтелде. Сара күреү өсөн прокуратура органдарына ЮХХДИ 16 хат ебәрҙе, — тип хәбәр иттеләр автоиспекцияла.